Мөғжизәле һыу. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мөғжизәле һыу



Кисә генә йылы ине,
Таң атҡанса көҙ булған,
Көҙ булғанын шунан белдем –
Күләүектә боҙ туңған.
Кисә генә мин был һыуҙы
Кисеп йөрөгән инем,
Бөгөн уға менеп баҫып
Рәхәтләнеп бейенем.
Кисә генэ йоп-йомшаҡ һыу
Ҡатҡан да ҡуйған таштай
Нисек улай була тиеп
Аптырап торҙом башта.
Тыныбыҙ ҙа дымлы икән,
Боҙ булып туңа икән,
Ауыҙҙарҙан боҫ килеүе
Тап бына шуға икән.
Һыу, боҙ, ҡар, боҫ – бер үк нәмә,
Көҙ килде лә аңлатты,
Һыуҙан хасил булған боҙға
Тиҙҙән ап-аҡ ҡар ятты.
…Шаптыр-шоптор һыу сәсрәтеп
Күләүек кистем кисә,
Ә бөгөн бысранмай ғына
Рәхәтләнеп ҡар кисәм.
Мөғжизә!


2012